Сценарий общешкольного мероприятия «День знаний»
Автор: Хуснутдинова Людмила Ражаповна
Организация: ФМБОУ СОШ №2 с.Новобелокатай «Нижнеутяшевская ООШ»
Населенный пункт: д.Нижнеутяшево
Белем байрамы
(Сценарий)
Мәктәп тураһында йыр.
Фанфары, алып барыусылар сыға.
1-се алып барыусы Ильнара
Йыйылғандар оло, кесе
Бөгөн – Белем байрамы.
Күңелдә ғилем тупланһа,
Күренер тормош йәме.
2-се алып барыусы Юлиә
Балҡы һин, әй, мәктәбем
Һирпеп ғилем нурҙарын.
Ҡыңғырау сыңдары
Нур итһен йылдарҙы.
1-се алып барыусы Ильнара
- Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле ата-әсәләр, уҡыусылар һәм беҙҙең байрамдың ҡунаҡтары! Бөгөн беҙҙең илебеҙҙә Белем байрамы! Ошо байрам менән бөтәгеҙҙе лә ихлас ҡотлайбыҙ! Быйылғы уҡыу йылы тик шатлыҡтарҙан ғына торһон!
2-се алып барыусы Юлиә
Яңы укыу йылы башланыуга арналган тантаналы линейка асык тип иглан ителә.
Рәсәй гимны яңғырай. (Алтынай) (Флаг күтәреү)
Башҡортостан Республикаһы гимны яңғырай (Рамазан)
1-се алып барыусы Ильнара
-1 сентябрь һәр йыл һайын Белем иленә иң оҙон юл башлана. Мәктәп - ул һәр кем өсөн серле, шуның өсөн беҙ мәктәпкә яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға киләбеҙ.
2-се алып барыусы Юлиә
-1 сентябрь көнөндә , Белем байрамында , беҙгә изге теләктәрен еткереү өсөн мәктәп мөдире Әхмәткәримова Гөлшат Рафил ҡыҙына һүҙ бирәйек. Рәхим итегеҙ! (Һөйләй)
1-се алып барыусы Ильнара
Кеше ғүмере мәктәп юлы аша
Моңло бер йыр кеүек һуҙыла.
Белем һуҡмаҡтарын яра-яра,
Киләсәккә юлы һуҙыла.
2-се алып барыусы Юлиә
-Ҡотлау өсөн һүҙҙе , ауыл Советы хәкимиәте башлығы Дилмөхәмәтова Розалия Рәйес ҡыҙына бирәбеҙ ! (Һөйләй)
1-се алып барыусы Ильнара
Әй, килә яңы кешеләр,
Юлдарҙы гөлгә күмеп.
Иң кеселәр – беренселәр,
Үҙҙәре гөлдәр кеүек.
2-се алып барыусы Юлиә
Белем иленә юлға сығыр алдынан, изге теләктәрен еткереү өсөн 1 класс уҡыусыларының тәүге уҡытыусылары, Хөснөтдинова Людмила Рәжәп ҡыҙына һүҙ бирелә. Рәхим итегеҙ! (Һөйләй)
1-се алып барыусы Ильнара
-Ә хәҙер , әйҙәгеҙ һүҙҙе, байрамыбыҙҙың оло ҡунаҡтары һәм сәбәбселәре - 1 класс уҡыусыларына бирәйек.
(Музыка аҫтында сығалар. Шиғыр һөйләйҙәр)
Наҙгөл: Беҙ мәктәпкә барабыҙ
Хәйерле сәғәттәрҙә.
Эй, мәктәбем, өйрәт беҙҙе
Иң матур ғәҙәттәргә.
Айҙар: Ҡыуанысымды һеҙгә лә,
Әйтәйемсе тәү башта
Уҡырға тип килдем бөгөн
Мин беренсе синыфҡа.
Таһир: Әсәй оҙата маҡтап,
Атай оҙата маҡтап.
Беҙҙе ҡаршылай бөгөн,
Ҡаршылай яҡты мәктәп.
Ләйсән: Тәү ҡат мәктәпкә килдем
Сумка тотоп ҡулыма.
Мәктәп мине ҡаршы алды
Уңыш теләп юлыма.
Эмиль: Мин хәрефтәрҙе беләм
Ләкин уҡый алмайым.
Өйрәтер әле мине
Уҡытыусы апайым.
2-се алып барыусы Юлиә
-Ә хәҙер һүҙҙе мәктәп уҡыусыларына бирәбеҙ.
(Шиғыр һөйләйҙәр)
Уҡыусылар “Уҡытыусыма” йыры башҡарыла
1-се алып барыусы Ильнара
1 класс уҡыусылары! Һеҙгә белем юлына әйҙәүсе тәүге китап – Әлифба бүләк итәбеҙ. Уны ҡәҙерләп уҡығыҙ, ћаҡлағыҙ.
Ә лифба тапшырыу
Уҡыусылар «Мәктәбем” йырын башкаралар
2-се алып барыусы Юлиә
Белем байрамын һәр ата-әсә үҙенсә көтә, өҙгөләнә, әйтерһең дә ул үҙе лә балаһы менән бергә уҡырға бара. Бына бөгөн дә һәр бала шундай матур кейенгән, йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый – был, әлбиттә, ата-әсәләр тырышлығы.
Һеҙгә хөрмәтле ата-әсәләр иҫәнлек-һаулыҡ, яңы уҡыу йылын һеҙҙең менән бергә үтергә яҙһын!
1-се алып барыусы Ильнара
Әйҙәгеҙ әле, йөрәктән сыҡҡан иң ихлас теләктәрегеҙҙе еткерергә ашығығыҙ. Рәхим итегеҙ! Һүҙ һеҙгә! Һүҙҙе 1-се класс уҡыусыларының ата-әсәләренә бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ Гүзәлиә Раян ҡыҙы. (Ҡотлай)
Бергә: - Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр,
Рәхмәт һеҙгә, атайҙар!
- Саҡыра, тағы саҡыра
Ҡыңғырау синыфтарға.
Бөгөндән – “Белем көнөнән”
Уҡыу йылын башларға.
2-се алып барыусы Юлиә
Ауылыбыҙ имам-хатибы һәм дә шулай уҡ ветеран уҡытыусылар исеменән һүҙҙе бөтә ғүмерен балаларға төплө белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған Мурзин Рәүеф Ишбулат улына бирәбеҙ. (Һөйләй)
2-се алып барыусы Ильнара
Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ! Һеҙҙе бөгөнгө тантаналы байрам – Белем көнө, яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрик итәбеҙ. Һеҙгә түҙемлек, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тәүфиҡлы һәм тырыш уҡыусылар теләйбеҙ .
(Уҡыусылар сәскәләрен тапшыралар)
1-се алып барыусы Юлиә
Ә хәҙер байрамға, күптән көткән дуҫыбыҙ – ҡыңғырауҙы саҡырайыҡ.
Беренсе ҡыңғырауҙы шылтыратыу хоҡуғы 9 класс уҡыусыһы Хөснөтдинов Исламға һәм 1- се класс уҡыусыһы Мурзина Мәликәгә бирелә.
2-се алып барыусы Ильнара
-Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар! Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ! 1-се класс уҡыусыларын тәүге класс сәғәттәренә кластарына оҙатабыҙ.
Ошоноң менән танталы линейка ябыҡ тип иғлан ителә.
(Барыһы ла инә.)
БЕСПЛАТНЫЕ семинары


