Самрау иле
Автор: Саяхова Фидалия Гайсеевна
Организация: МАДОУ детский сад № 24 «Красная шапочка»
Населенный пункт: Республика Башкортостан, ГО г.Кумертау
Бурыстар:
Белем биреү йүнәлеше:
Урал батыр эпосының төп геройҙары менән таныштырыуҙы дауам итеү. Тыуған еребеҙгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу. Балаларҙа мифик Аҡбуҙат һынын йыйылма өлөштәрҙән ҡоралма төҙөү ысулдарын ҡулланып йыйыуҙа ирекле һайлау мөмкинселеге булдырыу.
Үҫтереү йүнәлеше: балаларҙа нәфис һәм танып - белеү әҙәбиәтенә, халҡыбыҙҙың үткәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Фекерләү ҡеүәһен, һүҙлек байлығын арттырыу, телмәр, аң-белем, бармаҡтарҙың эшмәкәрлеген үҫтереү.
Тәрбиәләү йүнәлеше: балаларҙа халҡыбыҙҙың эпосына, ғөрөф-ғәҙәтенә әхләҡлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙе дауам итеү.
Методик алымдар: уйын ситуацияһы, күрһәтеү, указания, эштәрҙең нисек башҡарылыуын аңлатыу, маҡтау, үҙ алла эш.
Белем биреү өлкәләренең интеграцияһы: «Социаль – коммуникатив», «Танып - белеү үҫеше», «Телмәр үҫеше», “ Нәфис эстетик үҫеше”.
Балалар менән алдан эшләнгән эштәр: Урал батыр эпосы менән таныштырыу, йәнһүрәттәр ҡарау.
Материалдар: тирмәләр, Аҡҡош тамғалары, Аҡбуҙат һындары, ҡояш нурҙары, ҡулъяулыҡ, тылсым таяғы.
Дәрес барышы
Т. - Балалар түңәрәккә торабыҙ, ҡунаҡтарҙы сәләмләйбеҙ.
Алтын ҡояш, һаумы,
Зәңгәр һауа, һаумы,
Еләҫ ел, һаумы,
Бәләкәс саған, һаумы.
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә
Сәләмләйбеҙ һеҙҙе лә,
ҺаумыҺығыҙ.
Т. - Балалар, Тыуған ил – ул һәр кемдең йөрәгенә яҡын тыуған ере. Ә беҙ йәшәгән ҡала нисек атала?
Б:- Күмертау ҡалаһы тип атала
Т. Бергәләшеп ҡабатлайыҡ.
(балаларҙың күмәкләп һәм айырым яуаптары)
Т. - Дөрөҫ, афарин, ә Республикабыҙ нисек атала?
Б. - Башҡортостан республикаһы тип атала.
(балаларҙың күмәкләп һәм айырым яуаптары)
Т. - Афарин, бик яҡшы балалар.
Беҙ Башҡортостан, тыуған еребеҙ тураһында бик күп шиғырҙар беләбеҙ, кем һөйләп ишеттерер?
Ер шарының картаһына
ҡараһаң яҡшы ғына
Башҡортостан был картала
Бер япраҡ саҡлы ғына
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары
Ә ҡайыны бөйөк Рәсәй
Шундай йәшел, юғары.(М.Кәрим)
Т. - Рәхмәт, афарин. Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлтегеҙ, нимәләр күрәһегеҙ?
Б: - Ат, батыр.
Т. - Эйе, дөрөҫ балалар, был Урал батыр һәм уның аты – Аҡбуҙат. “Урал батыр” исемле халҡыбыҙҙың боронғо тарихи эпосы бар. Урал батыр яҡшылыҡты данлаусы, яуызлыҡты еңеүсе эпосыбыҙҙың төп геройы. Урал батыр күп илдәр гиҙгән, ерҙә тыуған Ҡатил батша илендә яуызлыҡ менән көрәшкән, йыландар илендә булған. Һуңынан Самрау батша иленә, ҡоштар иленә юлланған. Ә һеҙ ниндәй илгә сәйәхәт иткегеҙ килә?
Б. - Ҡоштар иленә.
Т. – Эйе, был Самрау батша иле, ҡоштар иле.
Самрау тигән батшаның
Һомай тигән ҡыҙы мин
Көндөҙ ергә нур һибәм
Кисен айға нур бирәм.
Тылсым таяғымды алам
Өс тапҡыр һуғып ҡуям
Мөғжизәгә ышанайыҡ
Сәйәхәткә юлланайыҡ
Бер, ике, өс.
Бына беҙ Самрау батша илендә.
Тирә – яғығыҙға ҡарағыҙ әле ниндәй матурлыҡ, хозурлыҡ. Ҡоштар тауыштары ишетелә. Балалар, һеҙ тағын нимәләр күрәһегеҙ?
Б. – Тирмәләр бар
Т. – Эйе, был тирмәләр ябай түгел, ә тылсымлы. Тылсымлы тирмәләр аша Самрау илендә кемдәр йәшәгәнлеген белербеҙ. Һәр тирмәлә һынауҙар әҙерләнгән. Яҡыныраҡ барайыҡ, беренсе тирмәне асайыҡ, нимә барын ҡарайыҡ.
Самрау илендә йәшәүсе ҡоштарҙы йомаҡтар аша таныйыҡ. Беренсе йомаҡты тыңлағыҙ.
Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,
Ишек-тәҙрәһе асыҡ.
Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе
Ошо йортҡа ……. (Сыйырсыҡ)
Т. Экранға ҡарағыҙ. Был ниндәй ҡош?
(балаларҙың күмәкләп һәм айырым яуаптары)
- Ә хәҙер сыйырсыҡтың йырын тыңлайбыҙ.
Т.Киләһе йомаҡты уҡыйым
Тәҙрәләремә ҡарап,
Ҡойма башына баҫҡан.
- Бөгөн ҡунаҡ көтөгөҙ, - тип
Шыҡырланы ….. (Һайыҫҡан.)
Т. Экранға ҡарағыҙ. Был ниндәй ҡош?
(балаларҙың күмәкләп һәм айырым яуаптары)
Һайыҫҡандың шыҡырыҡлауын тыңлайбыҙ
Өсөнсө йомаҡты тыңлайбыҙ.
Тау – ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар?
Ҡош батшаһы ул ….( Бөркөт.)
Т. Экранға ҡарағыҙ. Был ниндәй ҡош?
(балаларҙың күмәкләп һәм айырым яуаптары)
Бөркөттөң саңҡылдауын тыңлайбыҙ.
Киләһе йомаҡты уҡыйым
Хужанан да, эттән дә
Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
Килеп ҡунды ….. (Турғайҙар.)
Т. Экранға ҡарағыҙ. Ә был ниндәй ҡош?
(балаларҙың күмәкләп һәм айырым яуаптары)
Турғайҙарҙың сырҡылдауын тыңлағыҙ.
Ҡайһылай аҡыллыһығыҙ, афарин. Самрау илендә йәшәүсе ҡоштарҙы һүрәткә ҡарап атап сығығыҙ?
(балаларҙың күмәкләп һәм айырым яуаптары)
Т. – Икенсе тирмәне асайыҡ, нимә барын ҡарайыҡ. Балалар был тирмәлә нимәләр күрәһегеҙ?
Б. – өлөштәр
Т. – Әйҙәгеҙ өлөштәрҙән һындар йыябыҙ.
- Балалар, өлөштәрҙән нимә һынын йыйҙығыҙ?
Б. – Ат һынын йыйҙыҡ
Т. – Иғтибар менән ҡарағыҙ, был ат һыны ниндәй өлөштәрҙән тора?
Б. – Баш, кәүҙә, алғы аяғы, артҡы аяғы, ҡойроҡ
Т. – Ә был өлөшө нисек атала?
Б. – Ҡанаттар
Т. – Дөрөҫ, был ябай ат түгел Урал батырҙың Аҡбуҙат һыны
79-сы бит, «Урал батыр» эпосынан өҙөк тыңлау:
Елһә, ҡоштай елпенеп,
Артында саң уйнатыр,
Осраған бер кещене
Хайран итер, уйлатыр,-
Бына ошондай Аҡбуҙ ул,
Күҙ күрмәгән ят буҙ ул.
Т. - Өсөнсө тирмәне асайыҡ, нимә барын ҡарайыҡ. Ислам, асып ҡара әле, был нимә?
Б. – Был ҡулъяулыҡ
Т. – Дөрөҫ, әйҙәгеҙ ҡулъяулыҡ менән уйнап алайыҡ. Түңәрәккә баҫығыҙ.
Ҡульяулыҡ менән уйын.
Т. – Афарин балалар.
Дүртенсе тирмәне асайыҡ, нимә барын ҡарайыҡ. Был тирмәлә ҡояш нурҙары балҡыйҙар. Һәр берегеҙ ҡояш нурҙарын алып, Урал батырҙың һыҙаттарын әйтеп, ҡояшҡа беркетегеҙ. Башлайыҡ.
(Нурҙы алып күрһәтергә, айырым яуаптары )
Т. – Наилә, Урал батыр ниндәй,?
Н. Урал батыр - батыр - тырыш
Т.- Рузалия, Урал батыр ниндәй?
Р. - Урал батыр - ҡыйыу - егәрле
Т. - Ислам, Урал батыр ниндәй?
И. – Урал батыр -көслө - ғәҙел
Т. - Сафия, Урал батыр ниндәй?
С.- Урал батыр - аҡыллы - һөйкөмлө
Т. - Наҙгөл, Урал батыр ниндәй?
Н. – Урал батыр - баһадир - сабыр
Т. - Бик хуп, эйе, Урал батыр тырыш, көслө, ҡыйыу, ғәҙел, һөйкөмлө, батыр. Һай афариндар!
- Бишенсе тирмәне асайыҡ, нимә барын ҡарайыҡ. Бында аҡҡоштар тамғалары. Ошо тамғаларҙы ҡулланып аҡҡоштарҙың һындарын ҡағыҙ битенә баҫабыҙ. Тәүҙә тамғаларҙҙы алабыҙ, буяуға манабыҙ, һәм ҡағыҙ битенә баҫабыҙ. Башланыҡ.
Т. Балалар, ҡарағыҙ бик матур аҡҡоштар һүрәттәре килеп сыҡты. Афарин. Был матур Аҡҡоштар күлен Самрау иленә бүләк итеп ҡалдырайыҡ һәм тылсымлы күлгә төшөрәйек.
Т. – Сәйәхәттә йөрөнөк,
Ҡош илен килеп күрҙек,
Ҡайтыр юлға беҙ сығайыҡ,
Тылсым таяҡты һуғайыҡ.
Бер, ике, өс.
Т. – Балалар, беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа сәйәхәттә булдыҡ, ниндәй илдә?
Б. – Самрау батша илендә.
Т. – Самрау батша илен тағы ниндәй ил тип атайҙар?
Б. - Ҡоштар иле.
Т. – Афарин, был илдә нимәләр күрҙегеҙ, кемдәр йәшәй ул илдә?
Б. – Самрау илендә төрлө ҡоштар, Аҡбуҙат, Һомай тигән ҡыҙ йәшәй.
Т. – Ә тағын кем менән таныштығыҙ?
Б. – Урал Батыр менән.
Т. – Бик хуп, Урал батыр ниндәй?
Б. – Урал батыр - ҡыйыу, көслө, аҡыллы, баһадир
Т. – Беҙ Самрау иленә нимә бүләк итеп ҡалдырҙыҡ?
Б. – Тылсымлы Аҡҡоштарҙы ҡалдырҙыҡ.
Т. - Һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы?
Б. – Бик оҡшаны
Т. – Алина, һиңә был сәйәхәттә нимә оҡшаны?
А. – Миңә был сәйәхәттә Самрау илендә йәшәүсе ҡоштар тураһында йомаҡтар сисергә оҡшаны.
Т. – Бик хуп, Ислам, һиңә нимә оҡшаны?
И. – Миңә Урал батырҙың Аҡбуҙат һынын өлөштәрҙән йыйырға оҡшаны.
Т. – Афарин, Сафия, ә һиңә был дәрестә нимәләр оҡшаны?
С. – Миңә тамғаларҙы ҡулланып Аҡҡоштарҙың һындарын һүрәтләргә оҡшаны.
Т. – Һай афариндар, миңә лә һеҙҙең менән сәйәхәт итеү оҡшаны. Рәхмәт һеҙгә. Һау булығыҙ.
БЕСПЛАТНЫЕ семинары


